Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
11 Март , 12:00

Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар

Бәләбәйҙә «Балалыҡ именлеге» күләмле акцияһы сиктәрендә күсмә ултырыш уҙҙы. Сараның төп маҡсаты – балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хәүефһеҙлегенә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү.

Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар

 «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгендә уҙған пленар өлөштә балалар именлегенең, балалар йәрәхәтләнеүен булдырмауҙы, белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек тәьмин итеү һәм балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймауҙы ла индереп, төрлө аспекттары ҡаралды.

Осрашыуҙа Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Төп идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин, БР-ҙа бала хоҡуҡтары буйынса  вәкил Ольга Панчихина,  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты урынбаҫары Ғәзиз Маннапов, Бишбүләк районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  Алексей Данилов, Бәләбәй районы хакимиәтенең балиғ булмағандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Марина Смирнова, Дәүләт автоинспекцияһы идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса өлкән инспектор  Альбина Ҡадиҡова һәм райондың башҡа профилактика системаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Сараның ғәмәли өлөшөндә «Тиҫтер» үҙәгендә балалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау һәм янғын күҙәтеүе инспекторҙары менән осрашты, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә арналған мауыҡтырғыс квеста ҡатнашты.
Янғынға ҡаршы темаға арналған балалар күргәҙмәһенә һәм урындағы технопарк  буйынса экскурсияға айырым иғтибар бирелде.

Регина Иванова.

Елена Петрова фотолары

Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ҡаранылар
Автор:
Читайте нас: