Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
13 Март , 17:00

Башҡортостанда мутлашыуға ынтылған өсөн приставтарҙы тотҡандар

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Миәкә районы суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре яғынан мутлашырға ынтылышҡа юл ҡуймаған.

УФСБ хеҙмәткәрҙәре начальник урынбаҫары һәм бүлек хеҙмәткәрҙәренең береһе Миәкә районында йәшәүсе кешегә ҡулаҡсаға ауыл хужалығы ҡорамалы алырға тәҡдим иткәндәр, ә милеккә арест һалынмаған булған.  Алған аҡсаны үҙҙәре теләгәнсә тотонорға уйлағандар.
2025 йылдың мартында яуызлыҡ ҡылыусыларҙы УФСБ хеҙмәткәрҙәре аҡса алғанда тотҡан. УФСБ материалдары буйынса Тәфтиш комитеты  етәксе урынбаҫарына һәм кесе суд приставына ҡарата «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.

Был эштең барлыҡ шарттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә.

Автор:
Читайте нас: