Бәләбәй ҡала суды иҫерек килеш рулгә ултырыу эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. 30 йәшлек бәләбәйле ғәйепле тип табылды.
Ваҡиға былтыр ноябрь айында булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Шевроле Ланос» автомобилен туҡтата. Руль артында водитель иҫерек була. Элек тә ир кешенең эскән килеш машина йөрөткәне өсөн хөкөм ителгәнлеге асыҡлана. Хөкөм ителеүсе ғәйебен таныған. Суд уны 10 айға, 10 процент эш хаҡын тотоп ҡалыу шарты менән, мәжбүри эштәргә хөкөм иткән. Бынан тыш, ир 4 йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм дәүләт файҙаһына машинаһы тартып алынған.
Регина Иванова әҙерләне.
Фото интернеттан