Бәләбәй районы хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау секторы мөдире Павел Лагута әйтеүенсә, Башҡортостан территориаль подсистемаһының муниципаль звеноға ингән ойошмаларының көстәре һәм саралары тикшерелгән, атап әйткәндә: «Бәләбәй коммуналсыһы» предприятиеһы, «Бәләбәй һыу каналы» һәм «Теплоэнерго» йәмғиәттәре.
Комиссия ағзалары гидротехник ҡоролмалар менән йыһазланған һыу объекттарына барған. Ҡотҡарыу сараларының барлығын, инженер техникаһының авария-тергеҙеү эштәрен башҡарырға, шулай уҡ һыу баҫыу мөмкинлеге булған зоналар хаҡында халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлектәре тикшерелгән.
Ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡҡа яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән, 226 кеше һәм 86 берәмек техника әҙерләнгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса барлыҡ хеҙмәттәр ташҡын ваҡытында тиҙ эш итергә әҙерҙәр.
Штаттан тыш хәлдәр килеп тыуғанда ЕДДС-ҡа тәүлек әйләнәһенә 8 (34786) 5-03-04 йә 112 телефондарына хәбәр итергә була.
Регина Иванова.
П. Лагута фотоһы