Яҙғы каникул осоронда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса әңгәмәләр, конкурстар, викториналар уҙғара.
Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инспекторы Диана Чутова тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты:
– Бәләбәй дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусыларға хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен аңлатып ҡына ҡалмаясаҡ, ә балиғ булмағандар һәм өлкәндәр яғынан ҡағиҙәләр боҙоуҙы булдырмаясаҡтар ҙа. Каникул ваҡытында ДПС экипаждарының патруль маршруты балалар күпләп йыйылған урындарға яҡынайтыла.
Быйыл ике айҙа республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 39 юл-транспопрт ваҡиғаһы булды, уларҙа бер бала һәләк булды, 42-һе төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алды. Бәхеткә күрә, Бәләбәй районында балалар ҡатнашлығында ундай ваҡиғалар булманы.
– Беҙҙең бурыс – юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында балаларҙың иҫенә даими төшөрөп тороу, – ти Диана Чутова. – Һәм үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Был дөрөҫ өлгө күрһәтергә кәрәк тигәнде аңлата: ҡайышты эләктерергә, йәшел утҡа ғына юл аша сығырға һәм тик «зебра» аша, руль артында тиҙлек режимын үтәргә һәм һеҙҙең һаҡһыҙлыҡтың һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙыҡын да, хәүеф аҫтына ҡуйыуын бер ҡасан да онотмаҫҡа кәрәк.
Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын профилактикалау – ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эше генә түгел. Бергәләп тырышҡанда ғына юлдарҙа хәлде яҡшыртырға һәм балалар ғүмерен һаҡларға була!
Регина Иванова әҙерләне.
Фотолар Д. Чутованан