Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
27 Март , 13:00

Бәләбәйҙә бер үҫмер мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан

Бәләбәйҙә полицейскийҙар мутлашыу схемаһында ҡатнашып, пенсионер ҡатындан 150 мең һум аҡса алған 15 йәшлек үҫмерҙе тотҡан.

Бәләбәйҙә бер үҫмер мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан
Бәләбәйҙә бер үҫмер мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан

Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәте буйынса, уҡыусы мессенджерҙа өҫтәмә эш эҙләүе хаҡында яҙған. Тиҙ арала уға таныш булмаған кеше яуап биргән. Ул үҫмергә фирмаларының клиентынан аҡса алып, компания иҫәбенә ебәрергә ҡушҡан.  Эше өсөн үҫмер дәүмәлдән процент алырға тейеш булған. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы 78 йәшлек пенсионерға килгән, әбей уға 150 мең һум аҡса биргән. Үҫмер аҡсалар менән өйөнә ҡайтып, артабанғы күрһәтмәләрҙе көткән.

Әммә өлкән йәштәге ҡатын полицияға мөрәжәғәт итеп, билдәһеҙ кешеләрҙең уны бер туғаны юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған тип ышандырыуҙары хаҡында һөйләгән. Пенсионерҙан ҡаза күреүселәрҙе дауаларға аҡса талап иткәндәр.

Афера тураһында хәбәр ителгәс, бер нисә минуттан үҫмер әсәһе менән полиция бүлегенә килгән. Ата-әсәләре, улдарында аҡса күреп, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Үҫмер үҙ ҡылығының енәйәт икәнлеген аңламаған. Бәхеткә күрә, ул аҡсаны енәйәтселәргә ебәрергә өлгөрмәгән.

Регина Иванова әҙерләне

Автор:
Читайте нас: