Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Октябрь 2025, 09:00

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында фажиғә булған

Кисә Бәләбәйҙә Интернациональ урамындағы 100-сө йортта янғын сыҡҡан. Күп фатирлы йорт тиҙ арала әсе төтөн менән тула, кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында фажиғә булған
Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында фажиғә булған

Фатирҙа йәшәүселәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ашығыс рәүештә 16 кешене, улар араһында биш баланы тышҡа сығара.

43-сө янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Михаил Иванов хәбәр итеүенсә, янғындың сәбәбе – тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ. Янғын ярты сәғәт эсендә һүндерелә, әммә бөтә йәшәүселәр ҙә уның эҙемтәләренән ҡотола алмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары янғын зонаһынан 1955 йылда тыуған ирҙе сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы зыян күреүсенең яныу продукттары менән ағыуланып үлеүен раҫлай.

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында фажиғә булған
Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында фажиғә булған
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас