Сара барышында ойоштороусылар водителдәр менән иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрҙе. Улар автоһәүәҫкәрҙәрҙең иғтибарын тимер юл аша сыҡҡанда ҡағиҙә боҙоуҙың хәүефле эҙемтәләренә йүнәлтте.
Полиция хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе тимер юлдар аша хәрәкәт иткәндә иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә саҡырҙы. Уларҙы теүәл үтәү юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бик мөһим.
Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге фотолары