Район хакимиәте һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан мутлашыу ғәмәлдәрен туҡтатыу һәм халыҡты мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла. Әммә мутлашыуҙы иҫкәртеүҙә төп ролде үҙегеҙҙең уяулығығыҙ һәм аңлылығығыҙ уйнай.
Үҙегеҙҙе һәм аҡсағыҙҙы һаҡларға ярҙам итәсәк кәңәштәр:
Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, банк карталарының номерҙарын, PIN-кодтарын һәм CVV-кодтарын бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ.
Башҡа кешеләрҙең үтенесе буйынса таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ, хатта улар банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тиһәләр ҙә.
Финанс ярҙамы һорап йәки янау менән мөрәжәғәт иткән һәр шылтыратыуға йәки хәбәргә вшанып бармағыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең финанс йәһәтенән именлегегеҙ – һеҙҙең ҡулда!
Район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән