Был сара сиктәрендә водителдәрҙең иҫереклек билдәләрен асыҡлау буйынса тикшереүҙәр үтәсәк. Байрам саралары уҙғарылған һәм күмәк халыҡ йөрөү урындарына айырым иғтибар биреләсәк.
Бәләбәй дәүләт автоинспекцияһында водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкәртәләр. Эскән килеш машинала йөрөү бик аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Әйткәндәй, бөгөнгө көнгә республика юлдарында 286 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 100 кеше һәләк булған һәм 328 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.
ЮХХДИ водителдәрҙе юлда уяу һәм яуаплы булырға саҡыра.