Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар , 12:00

7 миллиондан ашыу һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән 80 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул алдаҡсыларға 7 миллиондан ашыу аҡсаһын биргән, уның күп өлөшө - үҙенең шәхси  йыйымы.

7 миллиондан ашыу һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
7 миллиондан ашыу һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ваҡиғалар бер үк сценарий буйынса бара: тәүҙә ҡорбанына бер ир шылтыратып, иҫәпләү приборын тикшереүсе булараҡ үҙен таныштыра һәм смс -тан килгән кодты әйтергә ҡуша. Шул уҡ көндә кис ҡатынға Дәүләт хеҙмәттәренән шәхси кабинетына инеү тураһында смс килә. Унда күрһәтелгән ҡыҙыу бәйләнеш һандары буйынса шылтыратҡанда ул ялған хеҙмәткәргә ҡапҡанын аңламай ҙа. “Хеҙмәткәр” уның аккаунтын мутлашыусылар ҡулланыуын һәм хәүефһеҙлек өсөн тип һөйләшеүҙе икенсе “хеҙмәткәр”гә күсерә.

Аферистар ҡатынға уның фатиры һәм иҫәптәге аҡсаһы менән идара итеүгә хоҡуҡ биргән ялған ышаныс ҡағыҙының фотоһын ебәрә. Уға иҫәптәге аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн, бар булғанын сисеп, банк иҫәбен үҙгәртергә кәрәклегенә ышандыра. Йәнәһе лә, уның аҡсаһына махсус билдә ҡуйыла, аҙаҡ уны кире ҡайтарырға мөмкин, тип тә өҫтәйҙәр.

Мутлашыусылар зыян күреүсе менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә булып, ентекле күрһәтмәләрен бирә. Уларҙың баҫымы аҫтында ҡатын 7 миллиондан ашыу аҡсаһын сисә һәм аферистарҙың иҫәбенә күсерә. 1,5 миллионын өйөнә килгән курьерға тоттороп ебәрә.

“Хеҙмәткәрҙәр” телефонды алмай башлағас ҡына алданғанлығы ҡатындың башына барып етә. Һәм ул полицияға мөрәжәғәт итә.

Автор:
Читайте нас