Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Ғинуар , 14:00

«Айыҡ водитель» операцияһы дауам итә

Үткән тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың бөтәһе 1138 осрағы асыҡланған. 37 водитель иҫерек килеш руль артында ултырған, уларҙың икәүһе ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

«Айыҡ водитель» операцияһы дауам итә
«Айыҡ водитель» операцияһы дауам итә

Шулай уҡ Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 54 фактын теркәгән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙың 13 осрағы теркәлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айыҡ водитель» операцияһы 2026 йылдың 12 ғинуарына тиклем дауам итә.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы тураһында  Эске эштәр министрлығының БР буйынса бүлегенең «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин: 8(347) 279-32-92 йәки мессенджерҙа @GIBDDRB_02bot

 

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы

Автор:
Читайте нас