Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар , 13:00

Иҫәпләү приборын тикшереү мотлаҡ тигәнгә ышанмағыҙ

Рәсәйҙәрҙең почта йәшниктәренә һыу иҫәпләгестәрен тикшереү тураһында иғлан һалғандар. Был – мутлашыусылар эше!

Иҫәпләү приборын тикшереү мотлаҡ тигәнгә ышанмағыҙ
Иҫәпләү приборын тикшереү мотлаҡ тигәнгә ышанмағыҙ

Рәсәйҙәрҙең күбеһенең почта йәшнигенә һыу иҫәпләгестәрен тикшереү тураһында иғлан һалғандар. Был турала РФ Дәүләт Думаһының Милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Сергей Гаврилов белдергән.

Енәйәтселәр, приборҙарҙы 30 көн эсендә тикшерергә кәрәк, тип раҫлай, юғиһә фатир хужаларына һыу өсөн дөйөм норматив буйынса түләү янай, йәнәһе. Тикшереү ваҡытын килешеп билдәләү өсөн мутлашыусылар листовкала күрһәтелгән телефон һандары буйынса “тиҙ арала шылтыратырға” үтенә.

Сергей Гаврилов, иҫәпләгесте тикшереү конкрет приборҙың тикшереү-ара интервалына бәйле, паспортында уның ваҡыты күрһәтелгән һәм йыш ҡына идара итеүсе ойошманың йәки хеҙмәт күрһәтеүсенең шәхси мәғлүмәттәрендә ҡабатлана, тип иҫкә төшөрә.

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас