Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар , 13:00

Хужаһыҙ әйбер тапҡанда нимә эшләргә?

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең именлегегеҙ һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеге-һеҙҙең ҡулда!

Хужаһыҙ әйбер тапҡанда нимә эшләргә?
Хужаһыҙ әйбер тапҡанда нимә эшләргә?

Әгәр һеҙ шикле йәки хужаһыҙ әйбер (сумка, пакет, ҡумта, төргәк һ. б.) тапһағыҙ, бер нисек тә уға ҡағылмағыҙ һәм уның эсендә нимә барлығын тикшерергә тырышмағыҙ!

Хәүефһеҙ араға (20-30 метр тирәһе) сигенегеҙ, башҡаларға предметҡа яҡын килергә рөхсәт итмәгеҙ. 112 номерына шылтыратығыҙ.

Кеҫә телефонын ҡулланмағыҙ шикле предмет эргәһендә электромагнит импульстары шартлатҡыс ҡоролманың эшләтеп ебәреүенә сәбәпсе була ала.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының килеүен көтөгөҙ һәм уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итегеҙ.

Нимә эшләргә ЯРАМАЙ:

Предметҡа ҡағылыу, асыу, күсереү.

Эсен асып ҡарарға йә уға тибергә.

Шартлағыс ҡоролмалар темаһына шаяртыу - енәйәт эше!

Уяулыҡ - иң яҡшы һаҡланыу сараһы!

Шикле предмет тураһында хәбәр иткәндә, һеҙ яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәһегеҙ.

Автор:
Читайте нас