Татар гимназияһында автоинспекторҙар балалар өсөн иң көнүҙәк темаларҙың береһенә – «юл тоҙаҡтарына» арналған дәрес үткәрҙе. Балалар йәйәүлеләргә осраған, айырыуса ҡала мөхитендә, мәкерле хәлдәр тураһында белде. Айырыуса иғтибар хәүефһеҙ маршрут һайлауҙың мөһимлегенә йүнәлтелде, юғары уяулыҡ талап ителгән урындарға баҫым яһалды.
Сыуаш гимназияһының беренсе класс уҡыусылары мауыҡтырғыс «Незнайка менән ПДД иленә сәйәхәткә» юлланды. Был интерактив шөғөл балаларға уйын формаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшерергә һәм нығытырға мөмкинлек бирҙе. Ҡатнашыусылар һорауҙарға әүҙем яуап бирҙе, тематик мәсьәләләрҙе хәл итте, шуның менән юлда иғтибарлы һәм яуаплы булырға әҙер булыуҙарын күрһәтте.
Башҡорт гимназия-интернатында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған ғәҙәти булмаған әлифба дәресе үтте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ инспекторы Алина Әмирова балалар өсөн танып белеү дәресе үткәрҙе. Ул балаларҙы юл хәрәкәтенең төп билдәләре менән таныштырыуҙан тыш, светофор сигналдарының мөһимлеген дә иҫкә төшөрҙө, уларҙың бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн әһәмиәтен аңлатты.
- Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ошондай тематик дәрестәр үткәреү балаларҙың юл-транспорт травматизмын кәметеүгә табан мөһим аҙым булып тора, - тип иҫәпләйҙәр Дәүләт автоинспекцияһында. - Автоинспекторҙарҙың һәм педагогтарҙың актив ҡатнашыуы, шулай уҡ төрлө эш формаларын ҡулланыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү процесын мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле итә.
ЮХХДИ бүлеге фотолары