-3 °С
Болотло
«Бөгөн республиканың Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә сурдлимпиясыларҙың I Йәйге уйындары сиктәрендә йөҙөү буйынса ярыштар бара. Мәскәү спортсыһы Марк Трошин арҡаға ятып 50 метрға йөҙөүҙә донъя рекорды ҡуйҙы — 26.68», — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Йәйге сурдлимпия уйындары көндәлеген алып бара. Кисә, 26 июлдә, Өфөнөң алты спорт майҙанында спортсылар миҙалдар уйнатты. Әлеге ваҡытта Рәсәй һәм Беларусь командалары алда килә.