-3 °С
Болотло
Еңел атлет Денис Хәкимовтың еңеүе тураһында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Чемпионға юғары награданы ла министр тапшырҙы.
«Призерҙарға наградалар тапшырҙым һәм уларға уңыштар теләнем. Спортсылар менән танышып, команданың берҙәм булыуына ҡабаттан инандым! Еңеүселәргә һәм айырыуса Денисҡа, уның тренеры Сергей Васильевич Булыгинға ҡотлау һүҙҙәрен еткерәм», - тип яҙҙы Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан дзюдосылары ла миҙалдар яуланы. Ҡорбан Мортазалиев, Олеся Ястребова — алтын, Аржана Таханова көмөш миҙал алды.