-3 °С
Болотло
Бүләкләү тантанаһы Р. А. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙҙы. Бәләбәй тренерына лайыҡлы награданы Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов тапшырҙы.
«Чемпион»да 12 йыл эшләү дәүерендә ул әҙерләгән боксерҙар республика ярыштарында ла, Бөтә Рәсәй беренселектәрендә лә еңеү яуланылар. Спорт мәктәбенең тренерҙар штабы бер спорт мастеры һәм спорт мастерлығына кандидаттар тәрбиәләне.