Ханты-Мансиҙа «PARI Халыҡ-ара клуб биатлоны лигаһы кубогы-2023» асыҡ төбәк ярыштарының беренсе этабы барышында ир-егеттәр араһында эҙәрлекләү ярышы уҙҙы. sport24.ru мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылғы Олимпиадала шәхси ярыштың көмөш призеры белорус Антон Смольский еңеү яуланы. Донъя чемпионы, Башҡортостан биатлонсыһы Антон Бабиков бер тапҡыр яҙа атып, икенсе урынға сыҡты (+23,7 секунд), Рәсәй биатлонсыһы Кәрим Хәлили өсөнсө урынға лайыҡ булды(+30,5). Уйындарҙа өс тапҡыр призер булған Эдуард Латипов — етенсе урында (+56,7).