Райондың ветерандар ойошмаһы рәйесе Александр Буйлов әйтеүенсә, ярышта барыһы: хеҙмәт, һуғыш һәм спорт ветерандары ҡатнаша алды.
– Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм спорт ветераны, Бәләбәйҙең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы Владимир Степанович Маликовтың тыуыуына 100 йыл тула, – тип һөйләне ярыштарҙың баш судьяһы Николай Кухарев. – Уның һәм башҡа спорт ветерандарының иҫтәлегенә беҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, бер нисә спорт турниры уҙғармаҡсыбыҙ.
Саңғы юлында халыҡ күп, күңелле булды. Күптәр ейәндәре менән килгәйне. 1000 метрлыҡ дистанцияны уҙғас, бергәләп ҡайнатма, ҡамыр аштары менән сәй эстеләр.
Любовь Иванова.
Фото ветерандар советынан