– Ошондай йыйылма команда төҙөү идеяһы күптән бар ине, – тип һөйләй спорт мәктәбе директоры Максим Кудряшов. – Тулы ҡанлы команда булдырыу өсөн кешеләр етмәүе генә проблема тыуҙыра килде. Күптән түгел , ниһайәт, беҙ йыйылма команда төҙөр өсөн ҡыҙҙар йыя алдыҡ. Йәш футболсылар Игорь Макаров һәм Александр Емельянов етәкселегендә актив шөғөлләнә башланы, хатта беренсе ярыштарға ла барҙылар.
Ҡыҙҙар футбол буйынса республика-ара турнирында ҡатнашты, ул Октябрьский ҡалаһында үтте. Ярыштарға Әлмәттән, Бәләбәйҙән, Салауаттан, Октябрьский һәм Үрге Йәркәйҙән командалар килгәйне. Турнир түңәрәк системаһында уҙҙы, шуға һәр команда килгән барлыҡ командалар менән уйнай алды. Бәләбәй уйынсылары бишәүҙән ике уйында еңеп, дүртенсе урын алды.
– Башлап ҡына уйнаған команда өсөн был һәйбәт һөҙөмтә. Иң мөһиме – тәжрибә туплау, ә уның менән еңеүҙәр ҙә киләсәк, – тип һанай Максим Юрьевич. – Турнирҙың иң яҡшы ун уйынсыһының өсөһө беҙҙеке булыуы айырыуса күңелле: улар Алина Ғәйнетдинова, Анна Круглова һәм Виктория Короткова. Был уларҙың талантын һәм футбол майҙанындағы тырышлығын таныу.
Команда ярыш һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт һәм киләһе уйындарға етди әҙерлек башланы. Иң яҡшы өс команда иҫәбенә инә алырҙар, тип ышанабыҙ.
Регина Иванова.
Фото спорт мәктәбенән