БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, беҙҙең республиканың халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарын уҙғарыу йәһәтенән тәжрибәһе ҙур, шулай уҡ заманса спорт һәм тейешле инфраструктураһы бар.
– Буласаҡ «Беҙ бергә. Спорт» ҡышҡы спартакиадаһы сағыу һәм күләмле спорт сараһы, барлыҡ спорт берләшмәһе өсөн идеяларҙы, берләшеү ҡиммәттәрен алға этәреү, ғәҙел һәм тигеҙ булған спортҡа дәртләндереү һәм өлгө буласаҡ, – тип билдәләне спорт министры.
Альбина менән бергә саңғыла республика намыҫын тағы ике атлет яҡлаясаҡ. Әле республиканың саңғы буйынса йыйылма командаһы ағзаһы булған ҡыҙ Өфөлә, ярыштарға әҙерләнә.
– Трасса менән танышырға өлгөрҙө. Саңғысы көнөнә ике тапҡыр шөғөлләнә, шул арала 20 һәм унан да күберәк км үтә, – тип хәбәр итте спортсы ҡыҙҙың тренеры Салауат Ғүмәров.
Альбинаға әсәһе, саңғы ярыштары буйынса тренер Гөлнара Курмаева ярҙамлаша. Ул насар ишеткән һәм интеллектуаль һаулыҡтары ҡаҡшаған спортсылар менән шөғөлләнә.
«БИ» белешмәһе
Ярыштар 6-һынан 16 февралгә тиклем бара. Рәсәйҙең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу ҡатнашыусы көтөлә. Республиканың йыйылма командаһында 30 спортсы.