Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль , 15:00

Ольга Шевнина: Республикала көслө һаңғырау спортсылар бар

Башҡортостанда 6 февралдән 16-на тиклем "Беҙ бергә. Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы уҙасаҡ. Унда ҡышҡы "һаңғырауҙар спорты" дисциплиналары буйынса инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡатнашасаҡ, тип һөйләне төбәктәге Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Ольга Шевнина.

Ольга Шевнина: Республикала көслө һаңғырау спортсылар бар
Ольга Шевнина: Республикала көслө һаңғырау спортсылар бар

- Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған көслө спортсылар — тау саңғысылары, бадминтон, еңел атлетика, дзюдо бар, — тип билдәләне ул. Һаңғырау кешеләр, ғөмүмән, спортҡа ныҡ бирелгән. Беҙ күмәк спортҡа ҙур ярҙам күрһәтәбеҙ, балалар һәм өлкәндәр өсөн даими спартакиадалар үткәрәбеҙ. Өфөлә икенсе йыл инде һаңғырауҙар спорты буйынса «В.В. Шевнин исемендәге мемориал» Бөтә Рәсәй турниры үтә. Был күренекле тренер республикала Һаңғырауҙар спорты федерацияһына нигеҙ һалған.

Спартакиадала республиканан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнаша, улар керлинг, шахмат, тау саңғыһы һәм саңғы ярыштары буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, - тип һөйләне Ольга Шевнина.

Ярыштарҙың төп өлөшө Өфө, Ишембай ҡалаларында, "Металлург — Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәгендә үтәсәк.

Автор:
Читайте нас: