16 февралгә тиклем Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һаңғырауҙар спортының ҡышҡы төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы була. Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында сараны асыу тантанаһы булды.
Спартакиадала үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн Башҡортостанға Рәсәйҙең 32 төбәгенән спортсылар килде. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев сарала ҡатнашыусыларға видеосәләм ебәрҙе. “Инвалид булғандар ихтыяр көсө, ныҡлыҡ һәм сикһеҙ оптимизм миҫалы булып тора. Ярыштар үткәрелгән Башҡортостан ҡунаҡсыллығы һәм сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүе менән билдәле. Был спартакиада ла сағыу ваҡиға булыр һәм ыңғай хис-тойғолар ҡалдырыр, тип ышанам. Маҡсатыбыҙ – физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тигеҙ шарттар барлыҡҡа килтереү”, - тип белдерҙе Михаил Дегтярев.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров “Беҙ бергә. Спорт” һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларға ым-ишара телендә мөрәжәғәт итте. “Рәхим итегеҙ! Башҡортостанда сәләмләйем! Барығыҙға ла уңыштар теләйем”, - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов Өфөнөң спартакиада үткәреү урыны итеп һайланыуын республикабыҙҙың спорт тармағындағы ҡаҙаныштарын таныу икәнлеге тураһында әйтте. “Был адаптив спорттың һәм тотош Рәсәйҙә Сурдлимпия хәрәкәтенең үҫешенә ҙур импульс буласаҡ”, - тине Руслан Таһир улы.
Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров залдағыларға мөрәжәғәт итеп, түбәндәгеләр тураһында һөйләне:
- Бөгөн һаңғырауҙар спортының көслө спортсылары ҡатнашҡан беренсе ҡышҡы спартакиадаға старт бирәбеҙ. 11 көнгә Башҡортостан Бөтә Рәсәй ишетеү һәләте боҙолған спортсылар спорты һәм физик культураһы үҙәгенә, Рәсәйҙең Сурдлимпия хәрәкәте флагманына әүерелә. “Беҙ бергә. Спорт” спартакиадаһы барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн дә Сурдлимпия хыялына, матур киләсәккә мөһим бер аҙым булып тора, - тине ул.
Спорт ҡаҙаныштарын сағылдырған тамаша, Башҡортостан һәм Мәскәү ым-ишара театрының артистарының сығышы һәр кемгә оҡшаны.
Башҡортостанда һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса тау саңғыһы спорты, кёрлинг, шахмат һәм саңғы уҙыштары уҙғарыла. Республиканың Спорт министрлығы һәм Адаптив спорт үҙәге булышлығында Башҡортостандың әйҙәүсе тау саңғысылары “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты тауҙарында әҙерлек үтте. Кёрлинг буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары Семен Елистратов исемендәге Шорт-трек үҙәгендә күнекмәләр үткәрҙе. Йәш саңғысылар “Биатлон” үҙәгендә старттарға әҙерләнде, ә шахматсылар Рәсәй чемпионы Линат Шәйәхмәтов менән берлектә Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йортонда ярыштарға көс тупланы.
Үрҙә әйтеп үтелгән спорт төрҙәренән тау саңғыһы спорты – Башҡортостанда һаңғырауҙар спортының һис шикһеҙ лидеры. Был спорт төрө буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең спорт мастеры Зөлфир Зәйнуллин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ангелина Хамицевич, шахматсылар араһында классик шахматта, блицта спорт мастеры, Рәсәйҙең бер нисә тапҡыр чемпионы Линат Шәйәхмәтов лидерлығында алты спортсы тәҡдим ителде. Кёрлинг – спорттың йәш төрө. Федерация уны мөмкин булғанса үҫтерергә тырыша.
Спартакиада программаһында “Олимпик-парк” үҙәгендә шайбалы хоккей, футзал, сноуборд, “Металлург-Магнитогорск” үҙәгендә тау саңғыһы спорты, ярыштар, Ишембайҙа кёрлинг, тау саңғыһы һәм шахмат ярыштары ҡаралған.
Футзал, тау саңғыһы, шахмат, хоккей, керлинг буйынса бәйгеләр башланды ла инде.