Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың ишетеү һәләте боҙолған, әммә, быға ҡарамай, улар тулы тормош алып бара һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ишембай иһә - спартакиада үтәсәк өс урындың береһе. Төп саралар Өфөлә була, тау саңғыһы буйынса ярыштар Әбйәлилдә үткәрелә. Ишембайҙа керлинг буйынса ярыштар уҙғарыла.
Һуңғы ваҡытта республика етәкселеге спорт өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә, яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә. Уларҙың береһе – Ишембайҙағы Боҙ һарайы.
- Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар спартакиадаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социалләштереү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау өсөн була, - ти ойоштороусы, мандат комиссияһы рәйесе Лариса Самусенкова. – Башҡортостан беҙҙе бик яҡшы ҡаршыланы. Ишембай – бәләкәй, уңайлы ҡала. Үҙем Мәскәүҙә тыуҙым һәм үҫтем.
Спартакиаданың тәүге көн тәьҫораттарына килгәндә, улар ғәҙәти түгел. Спорттың шау-шыуҙан, судьялар менән тренерҙар сигналдарынан тороуына күнеккәнбеҙ. Ә бында үҙ-ара ым-ишара ярҙамында аралашалар.
Автор фотоһы.
Ирина Вахонина.
Сығанаҡ: https://voshodnews.ru/news/novosti/2025-02-07/ishimbay-vstrechaet-vserossiyskuyu-spartakiadu-4113177