Өфөлә үткәрелгән Рәсәй чемпионатында тотош илдән 180 спортсы килә. Уларҙың 11-е Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ҙур спорт сараһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты кәңәшмәһендә билдәле булды. Премьер-министрҙың белдереүенсә, төбәктең иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү тәжрибәһе бар.
- Күптән түгел үткәрелгән, дүрт меңдән ашыу тамашасыны йыйған бишенсе Һөнәри бокс кисе республикабыҙҙың ойоштороу мөмкинлектәрен тағы раҫланы. Беренсел маҡсатыбыҙ – Башҡортостанды илдең спорт баш ҡалаһы итеү, һәм беҙ быға әкренләп өлгәшәбеҙ ҙә. Беҙҙә асылған объекттар һаны Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге спортсылар, сәләмәт тормош алып барырға теләгәндәрҙең барыһы өсөн дә юғары кимәлдә күнекмәләр шарттарын ойошторорға булышлыҡ итә, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән бокс буйынса Рәсәй чемпионаты быйылғы иң мөһим спорт сараларының береһе булып тора. Ә ошондай кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү республика һәм боксерҙар берҙәмлеге өсөн өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора.
- Сараға тулы әҙерлек бара. Ул 27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Көрәш һарайында үткәрелә. Барлыҡ ҡатнашыусылар сараның юғары кимәлдә үтеүе өсөн тырыша, - тине Руслан Хәбибов.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты икенсе тапҡыр үткәрелә. Бынан ике йыл элек тә беҙҙә ошондай сара булғайны.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.