Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2025, 15:00

Өфөлә хокей буйынса «Дуҫлыҡ уйындары» тамамланды

Өфөнөң Спорт һарайында Башҡортостандың Һәм Ҡытайҙың йәш хоккейсылары араһында иптәштәрсә матчтар үтте. Ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһынан «Боҙ бал ҡорттары» һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһынан Сычуань провинцияһы командаһы ҡатнашты.

Өфөлә хокей буйынса «Дуҫлыҡ уйындары» тамамланды
Өфөлә хокей буйынса «Дуҫлыҡ уйындары» тамамланды

Ярыштар ике йәш категорияһы өсөн ойошторолдо: 15 һәм 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар. Кесе төркөмдә ике осрашыуҙа ла Ҡытай спортсылары еңеү яуланы. Өлкән йәш категорияһында командалар, тигеҙ һәм тамашалы көрәш күрһәтеп, еңеүҙәр менән алмашты.

Сара тамашасыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырҙы –  Спорт һарайы трибуналары тулыһынса тиерлек тулы ине. Бындай спорт осрашыуҙарын үткәреү Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығыта һәм Рәсәй менән Ҡытай араһында мәҙәни диалогты үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/sport/2025-11-05/v-ufe-zavershilis-hokkeynye-igry-druzhby-4453455

Автор:
Читайте нас