Богдандың көрәш донъяһына юлы 12 йәшендә, кикбоксинг секцияһына беренсе тапҡыр килгәс, башлана. Ул саҡта уҡ ул талантлы булыуын күрһәтә, ике тапҡыр республика чемпионаты призеры була.
Богдан боксҡа ике йылдан һуң, 2017 йылда күсә. Бында уның таланты яңы көс менән асыла. Йәш спортсы иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтә, тиҙ арала республиканың алдынғы боксерҙарының береһе булып китә. Әммә, яңы спорт төрөндәге уңыштарына ҡарамаҫтан, егет кикбоксингты ла ҡалдырмай. Былтыр йыл аҙағында, Туймазылағы ярыштарҙа ҡатнашып, Богданға кикбоксинг буйынса спорт мастеры нормативын үтәүҙә үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим ителә. Бер нисә аҙналыҡ ныҡышмалы күнекмәләр һәм һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Туймазы командаһы составында Богдан Бөтә Рәсәй турнирында уңышлы сығыш яһай, был уға Волга буйы федераль округы йыйылма командаһына ишек аса. Интенсив йыйылыштарҙан һәм әҙерлектән һуң команда Ульяновскиға округ ярыштарына юллана. Унда Богдан өс еңеү яулай, уларҙың һәр береһе уны маҡсатына яҡынайта. Көсөргәнешле алыштарҙан һуң кикбоксинг буйынса спорт мастеры нормативы үтәлә.
Бөгөн Богдан Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итә, әммә был да уға яҡташтарын спорт ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыуҙы дауам итергә ҡамасауламай. Күптән түгел ул республика чемпионатында еңеү яулай, үҙенең оҫталығының юғары кимәлен тағы ла иҫбатлай.
Спортсы, тренер Иван Петрович Игольниковтың ярҙамынан башҡа, был уңыштарҙың барыһы ла мөмкин булмаҫ ине, тип таный.
«Ул мине спортта ғына түгел, көндәлек тормошта ла атай кеүек тәрбиәләй», – тип ҙур йылылыҡ менән һөйләй тренеры хаҡында йәш боксер.
Фото Б. Петровтың архивынан