Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 10:00

«Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы

Кисә кис юлаевсылар Омскиҙың «Авангардынан» сентябрҙәге еңелеүҙәре өсөн реванш алды. Уйын 4:3 иҫәбе менән тамамланды.

«Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы
«Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы

Юлаевсылар быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр алты һаҡсы менән боҙға сыҡты. Уйын алдынан команда капитаны Григорий Панин ауырып китте, тип хәбәр итте «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Виктор Козлов. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр тәүге минуттарҙан уҡ уйынды үҙ ҡулына алған хужаларға бирешмәне.

Шулай итеп, «Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһында етенсе урында нығынды. Ҡапҡасы Семен Вязовой иң яҡшы уйынсы тип танылды, 46 шайбаның 43-өн кире ҡаҡты.

Өфө командаһы күсмә уйындарҙы артабан дауам итә, 15 ғинуарҙа Тольятти ҡалаһында «Лада» менән осрашыу көтөлә.

Башинформдан

Автор:
Читайте нас