Теннис өҫтәлдәре артында Өфө, Йәрмәкәй, Туймазы, Октябрьский, Бөгөлмә спортсылары, шулай уҡ Бәләбәй районының бик күп вәкилдәре осрашты.
Ярыштар бер нисә категория буйынса үтте, уларҙың һәр береһе тамашасыларға сағыу мәлдәр һәм көсөргәнешле алыштар бүләк итте. Бигерәк тә йәш таланттар айырылып торҙо. Үҫмерҙәр араһында яҡшы техника һәм еңеүгә ынтылыш күрһәткән Данил Зәйнуллин икенсе урын алды. Ә ҡыҙҙар араһында Диана Лоенко бронза миҙалға лайыҡ булды. Ике йәш спортсы ла Бәләбәйҙең «ОСНОВА» өҫтәл теннисы секцияһы тәрбиәләнеүселәре, унда улар тәжрибәле тренер Юрий Иваничкин етәкселегендә үҙ оҫталыҡтарын камиллаштыра.
50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр категорияһында «ТОП-СПИН өҫтәл теннисы секцияһынан бәләбәйле Илдар Зарипов еңеүсе булды.
Бәләбәйҙән ярыштарҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Бишбүләктәге турнир бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған. «Беҙ уйындан бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ, ыңғай тәьҫораттар алдыҡ һәм ярышташтарыбыҙҙы теннис өҫтәле артында күреүгә бик шат булдыҡ», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар.
Регина Иванова әҙерләне.
Ю. Иваничкин фотолары