Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар , 10:00

«Рәсәй саңғы юлы-2026» – Бәләбәйҙә!

«Рәсәй саңғы юлы-2026» Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы 14 февралдә тотош илдә уҙа. Сәләмәтлек һуҡмағы Бәләбәйҙә спорт байрамының төп майҙансығы буласаҡ.

«Рәсәй саңғы юлы-2026» – Бәләбәйҙә!
«Рәсәй саңғы юлы-2026» – Бәләбәйҙә!

Ярышта ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге сәғәт 10-да башлана, ә старт сәғәт 12-гә билдәләнгән. Ярышта һәүәҫкәр спортсылар ҙа, профессиональ спортсылар ҙа ҡатнаша ала.

Уҙышҡа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә кәрәк.

Ентекле күрһәтмә:

  1. Дәүләт хеҙмәттәре порталына компьютерҙа йәки телефонда инегеҙ.
  2. «Рәсәйҙең саңғы юлы»н эҙләп табырға һәм «ҡатнашыуға яҙылырға» тигән пунктты һайлағыҙ.
  3. Һеҙҙең төбәкте һайлағыҙ.
  4. Уҙышты уҙғарыу урынын (Бәләбәй ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) һайлағыҙ.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 4-16-88 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас