Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар , 14:00

Волейбол быуындарҙы берләштерҙе

Уҙған ял көндәрендә Бәләбәйҙә ҙур волейбол турниры үтте, унда райондың иң яҡшы командалары йыйылды. Ярыштар ике мөһим ваҡиғаға: «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенең 55 йыллығына һәм Студенттар көнөн байрам итеүгә арналды.

Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе

Майҙансыҡта ысын баталия йәйелдерелде, унда һәр команда үҙ мөмкинлектәрен  күрһәтергә ынтылды. Еңеүгә ҙур көс һәм теләк менән тулы студенттарҙың энергияһы хеҙмәт коллективтары вәкилдәренең тәжрибәһенә һәм яйға һалынған эш итеүенә ҡаршы торҙо. Турнир йомғаҡтары буйынса төрлө категорияларҙа еңеүселәр билдәләнде.

Предприятиелар араһында (ир-егеттәр)

1-се урын: район хакимиәте. Ошо категорияла иң яҡшы уйынсы тип танылған Евгений Соловьевты айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уның оҫталығы һәм лидерлыҡ сифаттары команданың уңыш нигеҙенә әйләнде.

2-се урын: «БелЗАН» йәмғиәте.

3-сө урын: Бәләбәй һөт комбинаты.

 

Предприятиелар араһында (ҡатын-ҡыҙҙар)

1-се урын: район хакимиәте.

2-се урын: «БелЗАН» йәмғиәте.

3-сө урын: БМК.

 

Студенттар лигаһы һәм мәктәптәр (егеттәр)

1-се урын: Бәләбәй медицина колледжы. Иң яҡшы уйынсы исемен матур уйнаған Долмаджон Рөстәмов алды.

2-се урын: «Чемпион» спорт мәктәбе.

3-сө урын: Бәләбәй гуманитар-техник колледжы.

 

Студенттар лигаһы һәм мәктәптәр (ҡыҙҙар)

1-се урын: «Чемпион» спорт мәктәбе. Был категорияла Фидәлиә Ғәфиәтова иң яҡшыһы булды, уның уйнауы бөтә тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.

2-се урын: медколледж.

3-сө урын: Бәләбәй гуманитар-техник колледжы.

– Был спорт байрамы спорттың, команда рухын нығытып һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, төрлө йәштәге һәм һөнәр эйәләрен берләштерә алыуына сағыу миҫал булды, – тип билдәләне Социаль үҫеш идаралығының физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Рәмил Насиров.

Регина Иванова әҙерләне

Фотолар физкультура һәм спорт бүлегенән

 

Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Волейбол быуындарҙы берләштерҙе
Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас