Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Февраль , 14:00

Онотмаһындар өсөн...

31 ғинуарҙа хакимиәттә Бәләбәй муниципаль районында 2025 йылда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналған сараларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы уҙҙы.

Онотмаһындар өсөн...
Онотмаһындар өсөн...

Киңәйтелгән ултырышҡа учреждениелар, ойошмалар етәкселәре, муниципаль райондың һәм ҡаланың депутаттар корпусы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик берекмәләр вәкилдәре саҡырылды. Унда шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары ҡатнашты. Кәңәшмәне Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев алып барҙы.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары Александр Смородин БР Башлығының 2024 йылдың 31 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһында 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан итеү тураһындағы»1130-сы һанлы Указына ярашлы Бәләбәй районында ойоштороу комитеты булдырылыуы, саралар планы раҫланыуы хаҡында белдерҙе. Комитет  республика хөкүмәте тәҡдимдәренә ярашлы, дөйөм республика сараларына, ә шулай уҡ планды төп үтәүселәрҙән килгән тәҡдимдәргә ярашлы булдырылған.  План бүлектәре, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙән тыш, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларының һаулыҡтарын һаҡлауға, реабилитациялауға һәм абилитациялауға; мәҙәни-ял итеү һәм спорт саралары уҙғарыуға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль-хеҙмәт адаптациялауға, патриотик сараларҙы ойоштороуға, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләүгә, гуманитар ярҙам ойоштороуға йүнәлтелгән күп һанлы сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай.

Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында һәм ҡалалар округтарында МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын саҡырып уҙғарыуға тәҡдим ителгән күренекле һәм иҫтәлекле даталар календары планға айырым индерелгән.
Әйтергә кәрәк, Бәләбәй районында МХО-ла ҡатнашыусларға системалы ярҙам саралары, тәрбиәүи-патриотик саралар уңышлы тормошҡа ашырыла.  Был хаҡта Республика Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге учреждениеһының Бәләбәй филиалы директоры Лилиә Борһанова, мәғариф идаралығы начальнигы Татьяна Лапшина, Социаль үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары-мәҙәниәт бүлеге начальнигы Константин Хальзов, йәштәр бүлеге начальнигы Ләйсән Зарипова һөйләнеләр. Районда һалдат әсәләрен һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын берләштереүсе йәмәғәт ойошмаһы булдырыу тәҡдиме менән  «Белебеевские известия» гәзите мөхәррире Светлана Шириня сығыш яһаны. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, отставкалағы полковник Борис Гордеев Башҡортостан Республикаһында «Онотмаһындар өсөн» төбәк социаль проектының күләмле бурыстары менән таныштырҙы.  «2025 йылға планлаштырылған сараларҙың МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙамды арттырып ҡына ҡалмаҫына, ә ауыр ваҡытта беҙҙең иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж кешеләргә берҙәм ярҙам системаһы булдырыуға мөһим аҙым булырына ышанам, – тип йомғаҡ яһаны Азат Сәхәбиев.
«БИ» белешмәһе:
8 февралдә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылын асыу тантанаһы була. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Бәләбәй районының почетлы гражданы Валентина Иванованың тәҡдиме менән «Русские звоны» халыҡ хоры «Бөтә быуындар ир-егеттәренә» тип аталған ижади кисә әҙерләгән. Ул Бәләбәй районының Үҙәк мәҙәниәт һарайында уҙа.

Онотмаһындар өсөн...
Онотмаһындар өсөн...
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас: