Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Февраль , 12:00

Ярҙам планы раҫланды

Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ниәтләй.

Ярҙам планы раҫланды
Ярҙам планы раҫланды

Тейешле саралар планын республика парламенты рәйесе Константин Толкачёв раҫланы.

Документ бер нисә башланғысты күҙ уңында тота. Әйтәйек, депутаттар һәм парламенттың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары МХО зонаһында булған хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыу ойоштора. Депутаттар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре проблемаларын тикшереү һәм уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн яугирҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары менән осрашыуҙар уҙғарасаҡ.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына ҡағылышлы ғәмәлдәге норматив хоҡуҡи акттарҙы анализлауға айырым иғтибар биреләсәк. Һөҙөмтәлә, өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләнәсәк. Шулай уҡ күсмә ҡабул итеүҙәр күҙаллана, унда ғаиләләр көнүҙәк мәсьәләләр буйынса консультация һәм ярҙам ала аласаҡ.

«2025 йылға планлаштырылған саралар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙамды көсәйтеп кенә ҡалмаҫ, ә ошо ауыр ваҡытта беҙҙең иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаждарға берҙәм ярҙам системаһын булдырыуға мөһим аҙым буласаҡ, тип ышанабыҙ, – тип аңлатма бирҙе Константин Толкачёв. – Шулай уҡ беҙ граждандарҙы һәм ойошмаларҙы депутат эшенә ҡушылырға һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға ярҙам итергә саҡырабыҙ».

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

 

Автор:
Читайте нас: