Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 14:00

Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне

Республикала «Белем. Геройҙар» трекы сиктәрендә лекциялар циклы  ойошторола. Унда студенттар һәм мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операция сәбәптәре йәһәтенән фекер алышырға Рәсәй «Белем» йәмғиәте лекторҙары менән осраша. Саралар Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Туймазыла, Салауатта, Күмертауҙа уҙҙы.  

Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне
Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне

«Белем» йәмғиәте лекторы,  «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев уҡыусыларға һәм студенттарға үҙенең алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне һәм улар менән МХО сәбәптәре тураһында фекер алышты. Осрашыуҙарҙа йәмғеһе 1000 кеше ҡатнашты.
– Беҙҙең егеттәребеҙ бурыстарын үтәгәндә, беҙ тыныс тормошта йәшәй алабыҙ. Әммә яҡташтарыбыҙҙың алғы һыҙыҡтағы батырлыҡтары тураһында белергә һәм иҫтә тоторға тейешбеҙ. Мин үҙем унда 8 ай булдым, шуға тыңлаусыларға унда көндәрҙең нисек үтеүе хаҡында  һөйләйем. Башта үҙемдең шәхсән тарихымды – нисек унда барыуым хаҡында. Мин бер ҡасан да хәрби эшкә бәйле булманым, әммә был һөнәрҙе ихтирам иттем. Нимә барыуын аңлағас, әлбиттә, ситтә ҡала алманым.  Республиканан унда барыу һәм яҡташтарыбыҙ тураһында сюжеттар төшөрөү мөмкинлеге сыҡҡас, шунан файҙаландым, – тип һөйләй Ильяс Батыргәрәев.

Лектор Шайморатов батальондарының береһе хаҡында алғы һыҙыҡта төшөрөлгән сюжеттарҙы күрһәтте һәм уларға аңлатма бирҙе. Үҙенең тойғолары, нәмәләр кисереүе, шәхси тәжрибәһе, сюжет төшөрөүҙәрҙең нисек итеп яугирҙарҙың рухын күтәрергә ярҙам итеүе тураһында бәйән итте. Лекцияларҙа тыңлаусылар республиканың ирекле батальондары, яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы подразделениеларҙа хеҙмәт итеүҙәре тураһында белә. Танкистар хаҡында сюжетты ҡарағанда егет-ҡыҙҙарға «Башҡортостан» полкы, хеҙмәттәштәрен һаҡлап һәләк булған Рәсәй Геройы Андрей Мигунов, Көнбайыш Украинала тыуған батальон командиры урынбаҫары хаҡында һөйләй. Сюжетта ул ни өсөн Рәсәй армияһы өсөн һуғышыуын аңлата.

Бынан тыш, «Белем» йәмғиәте лекторы Бөрө, Өфө, Саҡмағош йәштәре алдында сығыш яһаясаҡ. Саралар Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы уҙасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Белем. Геройҙар» — Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең ағартыу проекты, ул үҫмер быуында илебеҙ, уның бөйөк үткәне һәм героик бөгөнгөһө менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү өсөн ойошторолған.  Проект лекторҙары булып Рәсәй Геройҙары, МХО-ла ҡатнашыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, фекерҙәр лидерҙары  Рәсәй йәштәре менән осраша. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бергәләп ватандаштарыбыҙҙың батырлыҡтары, тарихи дөрөҫлөк һәм көрәште боҙоп күрһәтеү, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, Рәсәй тарихында төбәктәрҙең роле темалары йәһәтенән фекер алыша.

Проект саралары менән Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтында танышырға була: https://vk.cc/cIxGFy
Автор - Арина Алекперова, фото - Рәсәй «Белем» йәмғиәте

Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне
Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе хаҡында һөйләне
Автор:
Читайте нас: