«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең «Ветеран» клубына йөрөүселәр йыйылған аҡсаға медицина препараттары, кер порошогы, эш бирсәткәләре, еүеш таҫтамалдар һәм салфеткалар һатып алған.
Шаровкала һәм Булановкала йәшәүселәр яугирҙар өсөн йөн ойоҡбаштар, хуш еҫле үлән сәйе һәм өйҙә эшләнгән консервалар килтергән.
Педагогик хеҙмәт ветераны Лидия Викторовна Васильева ҡайнатма, кетчуп, борщҡа өҫтәмә һалып посылка әҙерләгән. Һарымһаҡ тураһында ла онотмаған, беҙҙең ҡәҙерле ил һаҡлаусыларына бер сир ҙә теймәһен.
Бәләбәйҙең насар күргән балалар өсөн коррекцион, Баженов мәктәптәре, мәктәп-интернат һәм Бәләбәйҙең 15-се мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр үҙ өлөштәрен индергән.
Михайло-Архангель ҡорамына йөрөүселәр йыйылған аҡсаларына ике бензин бысҡыһы һәм мотор майы алғандар. Бәләбәй ҡалаһы мәсетенә йөрөүселәр аяҡ кейеме киптергестәр һәм парафин шырпылар тапшырған. Приютта РЭБ ҡоролмаһына аҡса йыйыу дауам итә.
Бөтә ирекмәндәр һәм яугирҙар битараф булмағандар исеменә ауыр саҡта ярҙам иткәндәре өсөн һәр саҡ рәхмәт белдерә.
Мила Любченко әҙерләне.
Фотоларҙы ветерандар советынан һәм ирекмәндәрҙән