Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 16:00

Балаларҙың хаттары айырыуса ҡәҙерле

МХО-ла ҡатнашыусылар балаларҙан алған хуплау хаттарының илһам, көс һәм күтәренке кәйеф сығанағы булыуын һәр саҡ билдәләйҙәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тиҙ арала еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп яҙған ихлас хаттарын яугирҙар айырыуса тулҡынланып, ҡат-ҡат уҡыйҙар.

Балаларҙың хаттары айырыуса ҡәҙерле
Балаларҙың хаттары айырыуса ҡәҙерле

Ошо көндәрҙә Үҙәк мәҙәниәт һарайының «Таланттар академияһы» балалар студияһы (еәтксеһе Ләйлә Воронова)  «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акцияның маҡсаты – хәрби бурыстарын үтәү һәм Ватанды һаҡлау йәһәтенән көндәлек эштәре өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, уларҙы хуплауҙарын белдереү.

Балалар алғы битенә һүрәт төшөрөп хаттар яҙҙылар һәм 23 февраль алдынан МХО-ла ҡатнашыусылар өөн асылмалар эшләнеләр.

Яҡшы һүҙ беҙҙең ил һаҡсыларына көс бирер, тип бер тауыштан хәл иттеләр балалар студияһында.

– Бөгөн Ватан һаҡсыларына теләһә ниндәй ярҙам, көндә геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән һалдаттарҙың һуғышсан рухын күтәреү мөһим! – тип һөйләне коллектив етәксеһе Ләйлә Воронова.

 

Автор:
Читайте нас: