Ауылдаштары улар өсөн йылы әйберҙәр, шәхсән гигиена предметтары, күстәнәстәр һәм ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ рухи көс һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп посылкалар әҙерләгән.
Ауыл биләмәһендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам бер көн дә туҡтап тормай. Муниципаль райондың ветерандар советына МХО зонаһына ебәреү өсөн сираттағы гуманитар йөк ебәреләгн. Унда маскировкалау селтәрҙәре, бал, окоп шәмдәре, ойоҡбаштар һ.б.
Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр активистарҙың маскировкалау селтәрҙәренә аҡса йыйырға саҡырыуын аңлап ҡабул иткәндәр. Күптәр был саҡырыуға ҡушылған, шул иҫәптән ситтә вахта менән эшләүселәр ҙә.
«Маскировкалау селтәрҙәренең беренсе партияһы һатып алынды. Был эш дауам иттереләсәк», – титп хәбәр иттеләр ауыл ирекмәндәре.