Ветерандың торлағы «аҡыллы йорт» менән йыһазландырылған. Санузел үҙгәртеп ҡоролған, янғынға ҡаршы датчик һәм махсус аш — һыу бүлмәһе мебеле ҡуйылған. Йорт хужаһы өсөн шулай уҡ махсус эш урыны булдырылған, ишек үҙгәртелгән һәм уға уңайлыраҡ булһын өсөн тупһаларҙың бейеклеге кәметелгән.
Сергей Семенов 2022 йылдың көҙөндә мобилизациялана, 2023 йылда ҡаты яралана. Уның аяғын тубығына тиклем ампутациялағандар. Ветеран өйөнә ҡайтҡас, социаль координаторҙар уны опекаға ала.
- Фондҡа, социаль координаторҙарыбыҙға ҙур рәхмәт. Улар барыһын да тиҙ һәм аныҡ эшләне, миңә барыһы ла оҡшаны, - тип баһаланы яугир.
Имгәнгән ветерандар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107.
Фото: «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы.