Валерий А.Н. Туполев исемендәге Ҡаҙан техник университетын тамамлаған. 2014 йылда университеттың «Автомобиль хужалығы» белгеслеге буйынса хәрби кафедраһына уҡырға инә. 2017 йылда ул кесе лейтенант хәрби званиеһы ала.
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә Валерийға повестка килә. Бер йылдан ул «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы, ә инде тағы бер айҙан Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләнә. Уны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшыра.
2024 йылдың 25 июнендә Донецк Халыҡ Республикаһының Красногоровка ҡалаһын азат иткәндә ауыр яралана һәм Мәскәүгә госпиталгә ебәрелә. Бер ай буйына табиптар яугирҙың ғүмере өсөн көрәшә, ҡыҙғанысҡа күрә, 27 июлдә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Иҫтәлекле ваҡиғала Бәләбәй районы муниципаль районы Советы секретары Артур Садиҡов, Мәғариф идаралығы начальнигы Татьяна Лапшина, шулай уҡ геройҙың ата-әсәһе, дуҫтары, яугир-интернационалистар, МХО-ла ҡатнашыусылар, мәктәптең педагогтар коллективы һәм уҡыусылар ҡатнашты. Был көндә мәктәп Бөтә Рәсәй «Герой партаһы» белем биреү проектына ҡушылды.
– Иҫтәлекле таҡта – беҙҙең хәтер символы, батырлыҡҡа һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡҡа йүнәлеш. Беҙҙең бурыс – Валерий Кузнецовты онотмау һәм уның яҡындарын иғтибарһыҙ ҡалдырмау, – тип билдәләне сығышында Артур Садиҡов.
Регина Иванова әҙерләне