Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Февраль , 18:00

Башҡортостандан дүрт яугир әсәһе Мәскәүҙә улдары менән осрашҡан

Дәүләкәндә йәшәүсе ҡатын кисә генә Мәскәүҙән ҡайтҡан. «Асылыкүл» журналистары күп балалы әсә менән осрашып, уның тәьҫорттары тураһында һорашты.

Башҡортостандан дүрт яугир әсәһе Мәскәүҙә улдары менән осрашҡан
Башҡортостандан дүрт яугир әсәһе Мәскәүҙә улдары менән осрашҡан

Дәүләкән районының Ҡамсылытамаҡ ауылынан Наталия Иванова Мәскәүгә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертына барҙы. Сараға ауыл ҡатынын Рәсәйҙең Оборона министрлығы саҡырған. Унда, тантаналы шарттарҙа Наталия Валериевна МХО зонаһында хеҙмәт иткән улдары менән осрашҡан.

Дүрт егет тә Тыуған илде һаҡларға баҫырға булған. Өлкәне «Мишка» –  ремонт ротаһы взводы командиры, өлкән сержант. Уның менән бер подразделениела Ивановтарҙың иң кесеһе – «Сыуаш» хеҙмәт итә, сержант. Игеҙәктәрҙең береһе – «Леший» –  механик-радиотелефонист, өлкән сержант. Икенсеһе – радиоэлектрон көрәш батальонының водитель-электригы – «Уфа».

Артабан: https://asilikul.ru/news/novosti/2025-02-25/mama-chetyryoh-boytsov-svo-iz-bashkirii-vstretilas-s-synovyami-v-moskve-4136659

 

Автор:
Читайте нас: