Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар

Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй

Уҙған ял көндәрендә Приют ҡасабаһы Ярҙам үҙәгенең ирекмәндәр штабы Октябрьский ирекмәндәре аша Донецкиға һәм Авдеевкаға яугир яҡташтарға посылкалар ебәрҙе.

Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй
Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй

Ҡасабаның аҡса күсергән битараф булмаған кешеләре, Бәләбәй ҡалаһы мәсетенә йөрөүселәр һәм башҡа районда йәшәүселәр ярҙамында, кәрәкле ҡорамал һәм әйберҙәр алып, яугирҙарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп булған.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре шәхси посылкалар һәм балаларҙан хаттар ебәргән.

Яугирҙар өсөн маскировкалау селтәрҙәре, күпләп эсәр һыу һәм канистралар, инструменттар, гигиена йыйылмалары һ.б.оҙатылған.
Был аҙнала Бәләбәй ҡалаһынан «Башҡортостан» полкына гуманитар йөк йыйыла. Ирекмәндәр келәткә райондың барлыҡ биләмәләренән бер туҡтауһыҙ гуманитар ярҙам килтерә.

Шулай итеп, ил һаҡсылары берләшмәһе госпиталь өсөн эске кейем, юрғандар һәм мендәрҙәр тапшырған. Максим Горький ауыл биләмәһендә йәшәүселәр бер нисә кубометр таҡта ебәргән. Әйткәндәй, эсәр һыуға, төҙөлөш ҡоралдарына һәм материалдарына, маскировкалау селтәрҙәренә ихтыяж ҙур.

Любовь Иванова әҙерләне.

Фотолар ирекмәндәрҙән

Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй
Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй
Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй
Бәләбәй районы ирекмәндәре ялды белмәй
Автор:
Читайте нас: