Валентина Косолапова – «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалының социаль координаторы Гөлназ Мәхмүтованың яуаплылығында 200 кеше бар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһе Валентинаға ашығыс рәүештә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында консультация кәрәк була, ул ярҙам һорап соцкоординаторға мөрәжәғәт итә.
Гөлназ Мәхмүтова мөрәжәғәтте ҡабул итеп, проблеманы тиҙ арала хәл итә башлай. Уның тырышлығы менән Валентина Косолапованы сираттан тыш офтальмологка ҡабул итеүгә саҡыралар, шунан һуң күҙ селтәренә лазер коагуляцияһы эшләйҙәр. Операция уңышлы үтә.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалына эш башлағандан алып 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 2700-гә яҡыны – медицина ярҙамы алыу, 56-һы – дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса. 3200-ҙән ашыу кеше шифахана-курорт дауалауын һорап мөрәжәғәт иткән. Психологик ярҙам 3 500 яугиргә һәм уларҙың яҡындарына кәрәк булған.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.
Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.
Автор: Галина Морозова.
Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы фондынан.