Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙары наҙлы, изгелекле лә, көслө һәм ҡыйыу ҙа. Рәсәй өсөн иң ауыр замандарҙа улар Тыуған ил һағына баҫа. Бөгөн дә күптәре МХО уҙғарыу зонаһында.
Клуб тәрбиәләнеүселәре батыр һәм ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотларға һәм хаттарында батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтергә хәл иткән. Иң мөһиме, уларҙы яратыуҙарын, көтөүҙәрен һәм улар менән ғорурланыуҙарын белдерәләр. Һәм хаттың һәр юлына, үҙҙәре эшләгән сәскәләргә һәм ағас фигураларға һалынған күңел йылыһы меән бүлешеү теләктәре.
«Бригантина» барыһын да акцияға ҡушылырға, яҙҙың тәүге көндәрендә һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы хәстәрлектәре, ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән йылытырға саҡыралар.