Шулай, беренсе һан республика башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәте менән башлана, «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзите яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тағы бер ярҙам сараһы булыр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Гәзит биттәрендә МХО-ла ҡатнашыусы Рәсәй Геройы Максим Рыбаковтың, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлектәренә арналған материалдар урын алған, 2023 йылда үҙ ирке менән МХО-ға киткән яугир Станислав Лимановтың шиғырҙары һәм башҡа мәҡәләләр баҫылған.
— Материалдар русса һәм башҡортса баҫыла. Яңы баҫманың ойоштороусыһы – «Үҙ яҡындарыма» мәғлүмәт үҙәге йәмғиәте. Гәзит айына ике тапҡыр сығыр, тип планлаштырыла, — тип һөйләне «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт батальоны» телеграмм-каналы Башҡортостан егетенең батырлығы хаҡында яҙҙы.
Автор фотоһы
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-03-06/v-bashkirii-uchredili-gazetu-dlya-uchastnikov-svo-4146333