«Фронт өсөн маскселтәрҙәре» төркөмөнә ветерандар советының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Хуш еҫле сәй эскәндә ихлас һөйләшеү барҙы: селтәр үреүселәр үҙ сиратында А. Буйловҡа селтәр үреү өсөн туҡыма менән ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте. «БИ» ветерандар советы рәйесенән кемдәрҙең туҡыма һәм селтәр алырға ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләүен һораны.
– Ай һайын «ДОК» йәмғиәте (О.К. Диреев) финанс ярҙамы күрһәтә. Тап ошо аҡсалар беҙҙең селтәр үреүселәребеҙгә кәрәкле материалдар алыуға тотонола, – тип аңлатты Александр Буйлов.
Әйтергә кәрәк, кисә Таһир Хафизов менән Алексей Николаев Бәләбәйҙән Приютҡа ошо төркөм өсөн туҡыманың сираттағы партияһын килтерҙеләр.
Үҙебеҙҙекеләрҙе маскировкалау эше дауам итә.
Любовь Иванова