Ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаштар бәйләй, эске кейем, косынкалар, бандаждар тегә башланы. Уҙған йыл аҙағында Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәгендә өйҙә теген цехы ойошторолдо. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәрле, төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар тегеү машиналары артына ултырып, хәрби госпиталдәргә ярҙам тәҡдим итте.
Кемдәр улар – тегеүсе ирекмәндәр?
Наталья Осипова-Кузьменых, табип- психиатр, Приют поликлиникаһында эшләй.
Бала саҡтан тегә һәм бәйләй белә: бәйләргә өләсәһе өйрәткән, ә тегергә – балалар баҡсаһында тәрбиәселәр, әсәһе һәм әхирәттәре. Үҙе һәм ғаиләһе өсөн күпләп теккән осоро ла булған – эске кейемдән пальтоға тиклем.
– Махсус хәрби операция башланғас, күп уйлап тормайынса, бәйләмгә тотондом, һалдаттарыбыҙ өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй башланым – өләсәйҙәребеҙ заманында шулай иткән, быйыл тегенселәргә ҡушылдым, – ти Наталья Александровна.
Уның девизы: Дошманды бергәләп тотонғанда ғына еңеп була!
Бөйөк Ватан һуғышынан бер олатаһы аяҡһыҙ ҡайтҡан, икеснсеһе һуғышта дүрт ағаһын юғалтҡан (19 йәшлек кесеһе Берлинға барып еткән, һуғыштың һуңғы көндәрендә һәләк булған).
Приютта йәшәүсе Татьяна Алексеева 35-се балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып эшләй. Ул МХО-лағы һалдаттарыбыҙға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә хәл иткән. Татьяна Александровна ике олатаһының да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй.
Светлана Дауытова Өфөлә йәшәй һәм эшләй, «Грант-Проф» үҙәге директоры. МХО башланғандан бирле гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә. Быны үҙенең гражданлыҡ бурысы тип һанай. Приютта ҙур команда эшләгәнен белеп, госпиталдәрҙәге егеттәргә кәрәкле әйберҙәр тегеүҙә ярҙамын тәҡдим иткән. Эске кейем, таҫтамалдар, йыуыу өсөн бейәләйҙәр тегә.
Кесе улы МХО-ла, «Рама», Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
– Мин кемгәлер ярҙам итәм, башҡа берәү минең улыма ярҙам итер, – тип һанай Светлана Федоровна.
Бөйөк Ватан һуғышында олатаһы Веденеев Василий Яковлевич ҡатнашҡан, Прага янында1945 йылдың апрелендә һәләк булған.
Татьяна Кудряшова, пенсионер, 7-се мәктәптә эшләүен дауам итә. Мөмкинселегенән сығып, матди ярҙам күрһәтә, йылы әйберҙәр бәйләй, косынкалар, таҫтамалдар тегә. Мәктәптә уҡыған ҡыҙҙарҙы киҫергә, тегергә өйрәтә. Татьяна Федоровна әйтеүенсә, был илһөйәрлек, изге эшкә ҡатнашың булыуын күрһәтә.
Людмила Панькова, пенсионер, Приют ҡасабаһының «Новинка» ательеһында 38 йыл эшләгән. Ире менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр, ике ейәнсәрҙәре, бер ейәндәре бар.
– Тегеү – минең һөнәрем, шуға нимәне яҡшы итеп эшләй алам, шуға тотондом, егеттәребеҙгә ярҙам итәм. Ирем дә мине хуплай, – ти Людмила Николаевна.
1938 йылда атайымды әрмегә алалар, хеҙмәте аҙағында фронтҡа эләгә (1941 йылдан 1946-ға тиклем артиллерист). Иремдең атаһы ла һуғышта ҡатнашҡан. Икеһенең дә ордендары һәм миҙалдары бар. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ!
Лилия Егорова Приют ҡасабаһының 25-се «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында эшләй. Ул тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар фронтҡа ярҙам итергә тейеш, тип һанай. Лилия Фаил ҡыҙы кәрәкле әйберҙәр тегеүҙән башҡа, окоп өсөн шырпылар ҙа эшләй. 8 000-дән ашыу шырпы ебәргән.
– Ике олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. МХО-ла ҡатнашыусылар уларҙың эшен дауам итә, – ти ул.
Ирекмән Айгөл Фәттәхова әйтеүенсә, ете ирекмән-тегенсе бер нисә айҙа 100-ҙән ашыу бандаж (ҡулдарға), 950 трусыҙар, 650 косынкалар, 630 таҫтамал һәм яралыларҙы йыуыу һәм һөртөү өсөн 220 бейәләй теккәндәр.Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең туҡымаһынан һәм кешеләр килтергәндәрҙән тегә.
Любовь Иванова әҙерләне.
Фотолар Ярҙам үҙәгенән