Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләһендә йөкләмәләр исемлеге раҫланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләһендә бер төркөм йөкләмәләр исемлеген раҫланы.

Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләһендә йөкләмәләр исемлеге раҫланды
Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләһендә йөкләмәләр исемлеге раҫланды

Уларҙың иң мөһимдәре:

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам йәһәтенән төбәк саралары күрһәтеүҙең база стандартын эшләргә.

МХО-ла ҡатнашыусы барлыҡ категория кешеләргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреүҙе тәьмин итергә.

2014 йылдың майынан ДХР һәм ЛХР көстәре составында алыштарҙа ярты йылдан да кәм ҡатнашмаған граждандарҙы саҡырыу буйынса хеҙмәттән азат итергә.

 

МХО-ла һәләк булғандарҙың балиғ булған балаларын яугирҙар һәләк булыу сәбәпле аҡса түләнеүселәр иҫәбенә индерергә.

 

МХО-ла һәләк булғандарҙың балиғ булмаған балаларына тәғәйенләнгән түләүҙәрҙе һаҡлау механизмын тәьмин итергә.

 

МХО-ла һәләк булғандарҙың балаларына ҡаралған айырым социаль яҡлау сараларын уларҙың балиғ булмаған малай һәм ҡыҙ туғандарына таратыу мөмкинлеген ҡарарға.

Автор:
Читайте нас: