Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10

Знаменкала үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар ярҙам йыялар һәм селтәр үрәләр

Уҙған йылдың декабрь уртаһынан Краснознаменка ауыл клубы базаһында маскировкалау селтәрҙәре үреү пункты асылды. Бында ирекмәндәр штабы эшләй һәм гуманитар ярҙам йыйыу өсөн келәт бар.

Знаменкала үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар ярҙам йыялар һәм селтәр үрәләр
Знаменкала үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар ярҙам йыялар һәм селтәр үрәләр

Знаменкалар 70-тән ашыу селтәр үреп, ирекмәндәр аша үҙебеҙҙекеләргә ебәргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар Өфө ирекмәндәре заказдарын үтәй. Бынан тыш знаменкалар аҡсаһына Бәләбәй гумконвойҙары менән ебәрер өсөн өҫтәмә материал алына һәм маскселтәрҙәр үрелә.

Краснознаменка клубының әйҙәүсе методисы Гөлнара Ануфриева әйтеүенсә, 10 селтәр гуманитар ярҙам менән Донецкиға ебәрелгән һәм тағы 12 – һе -   Запорожье өлкәһенә. Знаменка ирекмәндәре хакимиәткә һәм  «ТК УралРесурс» йәмғиәтенә селтәр әҙерләү өсөн материал менән ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтле.

Күптән түгел бында Знаменка мәктәбенең өлкән кластар уҡыусылары өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарғандар. Оҫта үреүселәр уҡыусыларға ғәмәлдә нисек эшләргә кәрәклеген күрһәткәндәр, унан һуң балалар ҙа ҙур теләк менән үрергә керешкән. Хәҙер буш ваҡыттарында уларға килер ер бар. Ирекмәндәргә алмаш үҫһен әйҙә!

Любовь Иванова әҙерләне.

Фотолар Краснознаменка клубынан

Автор:
Читайте нас: