Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Декабрь 2025, 15:00

Өйҙәренә ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе эшкә урынлаштырасаҡтар

Башҡортостанда закон ҡабул ителгәндән һуң 1100 самаһы эш биреүсе хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн биш меңдән ашыу эш урыны булдыра ала. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квота билдәләү тураһында” закон ҡабул итте.

Өйҙәренә ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе эшкә урынлаштырасаҡтар
Өйҙәренә ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе эшкә урынлаштырасаҡтар

– Закон махсус хәрби операция зонаһында бурыстарҙы үтәгәндән һуң өйҙәренә ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш, – тип хәбәр итте БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Хеҙмәткәрҙәр һаны 100 кешенән артҡан эш биреүселәргә ошо категория граждандарын эшкә мотлаҡ ҡабул итеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса исемлек һанынан бер процент күләмендә квота билдәләнә. Эш биреүсе махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы туранан-тура ла, мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса ла эшкә урынлаштыра ала. Квотаны үтәү тип МХО ҡатнашыусыһы менән хеҙмәт килешеүе төҙөү факты иҫәпләнә.

Парламент спикеры фекеренсә, Ватанды һаҡлаусылар өсөн эш урындарын квоталау – социаль ғәҙеллек мәсьәләһе генә түгел, ә ветерандарҙы гражданлыҡ тормошона интеграциялау ысулы ла. Ҡайһы бер төбәктәр бындай механизмды ғәмәлгә ашыра ла инде.

– Мәскәү, Ленинград һәм Новгород өлкәләрендә квоталар буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу тәжрибәһе бар, – тине Константин Толкачев. – Шулай уҡ Вологда, Курск, Һамар өлкәләре һәм Карелия Республикаһы квоталар индерергә ниәтләй. Башҡортостанда закон ҡабул ителгәндән һуң 1100 самаһы эш биреүсе хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн биш меңдән ашыу эш урыны булдыра ала.

Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында федераль закон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырғанда бизнесҡа льготалар биреү мөмкинлеген күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас